Уҡытыусы эшмәкәрлегенең маҡсаты: Әнүәр Бикчәнтәевтың тормош юлын иҫкә төшөрөү, “Бөркөт һауала үлә” әҫәренең йөкмәткеһен анализлау; уҡыусыларҙы башҡорт телендә аралашырға, белем алырға, әҫәргә таянып, батырлыҡ, тыуған илгә һөйөү, тоғролоҡ тураһында һөйләшеү, уларҙың тормоштағы урынын билдәләү; уҡыусыларҙың интеллектуаль шәхес булып үҫеүен тәьмин итеү. Көтөлгән шәхси, метапредмет һәм предмет һөҙөмтәләре: - Шәхси үҫеш кимәле: белем алыу өсөн төрлө сығанаҡтар ҡулланыу; ижади-эҙләнеү эше менән шөғөлләнеү; телмәр мәҙәниәтен камиллаштырыуға ынтылышты үҫтереү. - Метапредмет кимәле: төрлө формала бирелгән мәғлүмәтте ҡуллана белеү, алған белемде системалаштырыу; башҡаларҙы тыңлау, үҙ фекереңде яҡлай белеү; хеҙмәт, намыҫ, яҡшылыҡ кеүек төшөнсәләрҙе тәрәнерәк аңлау; үҙ-үҙеңә баһа биреүҙе тормошҡа ашырыуҙы дауам итеү. - Предметты үҙләштереү кимәле: тасуири, етеҙ, шыма уҡыуға өлгәшеү, әҙәби әҫәрҙе анализлау алымдарын өйрәнеүҙе дауам итеү; бәйләнешле телмәр үҫтереү. Тема: Әнүәр Бикчәнтәев “Бөркөт һауала үлә”. Йомғаҡлау. Маҡсат: бирелгән әҫәрҙең йөкмәткеһенә анализ яһау; фекерләү һәләтен, анализлау, синтезлау күнекмәләрен үҫтереү; тыуған иленә тоғро, хеҙмәтте һөйгән, туған телен ихтирам иткән шәхес тәрбиәләү; Планлаштырылған һөҙөмтә: әҫәрҙең йөкмәткеһен асыу, аралаша, фекер алыша белеүҙе мәҙәниәттең әһәмиәтле бер өлөшө итеп таныу. Предмет-ара бәйләнеш: Тарих, Башҡортостан географияһы. Ресурстар: - Төп: 6 класс өсөн башҡорт әҙәбиәтенән дәреслек; компьютер, экран. - Өҫтәмә: карточкалар. Эште ойоштороу төрҙәре: фронталь, индивидуаль, парлап һәм төркөмләп эшләү. Үткәреү технологияһы: Дәрес этаптары Һәр этаптың өйрәтеү һәм үҫтереү биремдәре Уҡытыусы эшмәкәрлеге Уҡыусылар эшмәкәрлеге 1 этап Иҫәнләшеү. -Һаумыһығыҙ! Ойоштороу. -Таң ата ла ҡояш сыға Танышыу Уяналар ауыл-ҡалалар. Маҡсат: Үҙ телемдә һеҙҙе сәләмләйемПсихологик ойоштороу Һаумыһығыҙ, балалар! -Бер-беребеҙгә ҡарап, дәрескә теләктәр теләйек! -Парлап торалар: Бөгөнгө - баш бармаҡ, Дәрестә - һуҡ бармаҡ Ҙур - урта бармаҡ Уңыштар-Эйе,дәрес барыбыҙ өсөн дә уңышлы булһын! Тынысланабыҙ, парта Теләйем-сәтәкәй бармаҡ артына дөрөҫ итеп ултырабыҙ. -Дөрөҫ ултырыу ҡағиҙәләренә -Минең исемем-Альбина Альфред ҡыҙы. Салауат районының ярашлы ултырышалар. Мәсетле мәктәбендә һеҙҙең кеүек аҡыллы, тырыш балалар уҡытам! 2 этап. Актуалләштереү. Маҡсат: алдағы дәрестә алған белемдәрҙе иҫкә төшөрөү, системаға һалыу. Видео Бөркөт -Уҡыусылар, был ниндәй ҡош. Ҡарағыҙ әле,ул беҙгә “ҡумта” ла ҡалдырып киткән. Бергәләп уҡып ишеттерәйек. -Был ниндәй һүҙҙәр? Дәресебеҙҙең темаһы -Дәфтәрҙәрҙе асып число,теманы яҙайыҡ. -Ошонан сығып дәрестең Маҡсаттарын билдәләйек -Ҡумтанан берешәр ҡағыҙ алып, яуап бирә баралар. -Әнүәр Бикчәнтәевтың “Бөркөт һауала үлә” әҫәре буйынса белемде нығытып, йомғаҡлай быҙ. - -Һөйләрбеҙ... -Әҫәр буйынса алған мәғлүмәтте нығытыр быҙ -Әҫәрҙең йөкмәткеһен һөйләрбеҙ. -Уҡырбыҙ... -Аңларбыҙ.. - Белербеҙ... -Әҫәрҙе уҡырбыҙ. -Әҫәрҙең ни өсөн шулай аталыуын аңларбыҙ. -Әҫәр беҙҙе нимәгә өйрәтеүен белербеҙ. -Нығытырбыҙ... -Бөгөн дәрестә беҙ һеҙҙең менән “Бөркөт һауала үлә” әҫәренән өҙөктәр уҡырбыҙ, йөкмәткеһен нығытып һөйләрбеҙ; әҫәр нимәгә өйрәтеүен белербеҙ. Маҡсатҡа ирешеү өсөн беҙгә ни эшләргә кәрәк (иғтибарлы булырға, тырышып эшләргә, һәр бер эште ентекле башҡарырға) 3 этап. Шулай итеп,белемебеҙҙе нығытабыҙ. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу. -Әҫәрҙең авторы кем.Ниндәй ваҡиғаға арналған? -Әҫәрҙең төп геройы кем? Әнүәр Бикчәнтәев. -Александр Матросов.1941 -45 -Ул ниндәй батырлыҡ күрһәтә? йылдарҙағы БВҺ А.Матросов ошо батырлығы өсөн Советтар Союзы Геройы исеменә -Тыуған иле, халҡының киләсәге лайыҡ булда. Был исем алған батырҙар орден һәм миҙалдар менән өсөн үҙ ғүмерен йәлләмәй наградлана. (күрһәт) дошман амбразу- раһын кәүҙәһе - Әйткәндәй, бөгөнгө көндә Александр Матросовтың да Учалы менән ҡаплай. егете - Шакирйән Мөхәмәтйәнов икәнен иҫбатлау өҫтөндә эш алып барыла. Рәүеф Насыров был йәһәттән ҙур эш башҡарған. Уның “Ил балаһы Шәкирйән” исемле әҫәре донъя күрҙе. Картаға ҡарайбыҙ: Бына ул, А.Матросовтың үткән юлы. Ҡайҙа башланған ,ҡайҙа туҡтаған ул. - БВҺ 450 яугир.,шуларҙың араһында беҙҙең Башҡортостан егете Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин А.М батырлығын ҡабатлай. -Афарин, кем белемдәрҙе нығыттым тип иҫәпләй, алтын миҙал менән тауыш бирә. Картала күрһәтәләр 4 этап. Уҡыу мәсьәләһен этаплап сисеү: әҫәрҙең йөкмәткеһен күҙ алдына баҫтырыу. -Эшебеҙҙе дауам итәбеҙ. - Ә хәҙер, әҫәрҙең йөкмәткеһен һүрәттәр ярҙамында иҫкә төшөрәйек . Был эште төркөмләп башҡарайыҡ. (төркөмдәргә һүрәттәр тәҡдим итәм). Төркөмләп эшләү: 1.Шыршы аҫтында Матросов менән Артюхов ята. 2.3 автоматсы йәнәшә шыуышып киттеләр. 3.Артюхов: “Тағы өс автоматсы саҡырырға!” 4. Матросов үҙ теләге менән дошман дзотына китә 5. Матросов үҙ кәүҙәһе менән амбразураны ҡаплай. 6.Ни өсөндөр команда һуңлап бирелгән кеүек тойолдо. -Шулай итеп, һөйләргә лә өйрәндек. Кем килешә-миҙалдарын өҫкә күтәрә. Ял минуты -Зәңгәр күккә-бейеккә, Бөркөт булып осайыҡ. Көслө елгә бирешмәй, Илебеҙгә, телебеҙгә Тоғро булып үҫәйек. Әҙәби әҫәрҙе анализлау. Артабанғы маҡсат – Маҡсат: әҫәрҙе аңлау һәм -Уҡырбыҙ... баһалау кимәлен тикшереү. Аңларбыҙ.. -Эйе, әҫәр геройҙары ла тап бөркөт булып һауаға күтәрелделәр. -Киләһе эшебеҙ әҫәр геройҙарына бәйле. Һеҙҙең алда карточкалар. Бирелгән һүҙҙәрҙең ҡайһы геройҙың телмәренән билдәләргә һәм уҡып ишеттерергә кәрәк. -Уҡыусылар, ә ни өсөн Ә.Бикчәнтәев әҫәргә ошо исемде биргән икән? Бөркөт менән А.Матросовтың ниндәй уртаҡ яҡтары бар? (Бөркөт һүрәте һәм Матросовтың портреты эленә). Бөркөт - А.Матросов Ҡоштар батшаһы ҡурҡыу белмәй Көслө ҡош рухи көс Бейек оса батырлығы менән бейеккә осто Отҡор күҙле отҡор -Шиғырҙың һүҙҙәренә тап килерлек итеп хәрәкәттәр башҡаралар. -Карточкалар буйынса бирелгән эште үтәйҙәр. -А.Матросов бөркөт кеүек юғарыға күтәрелде, башын юғары күтәреп дошманға ташланды.Ергә кире төшмәне. Һығымта- эйе, Бөркөт менән А.Матросовтың уртаҡ яҡтары бар тик Әнүәр Б. яҙыусы булараҡ һүрәтләү сараһын ҡулланып, әҫәрен Бөркөт һауала үлә тип исемләгән. Был ниндәй һүрәтләү сараһы Аллегория- иносказание? Уның батырлығына һоҡланып шулай яҙа ул. - Ә һеҙ батырҙар тураһында мәҡәлдәр беләһегеҙме? -Иғтибарҙы таҡтаға йүнәлттек. Башватҡыс бирелгән. Уны сисһәгеҙ, халыҡ мәҡәлен уҡырбыҙ. -Ниндәй мәҡәлдәр килеп сыҡты? -Афариндар! Матур уҡынығыҙ, аңланығыҙ (Миҙалдарын күрһәтәләр) -Батыр бер үлә, ҡурҡаҡ ҡырҡ үлә. -Берешәрләп таҡтаға сығалар, хәрефтәрҙе яҙа баралар. -Мәҡәлдәрҙе дәфтәрҙәргә яҙалар. -Батыр яуҙа һынала. Әҫәрҙәге геройҙарға Маҡсатыбыҙ ниндәй. ҡылыҡһырнамә биреү Белербеҙ... -Әҫәр беҙҙе нимәгә өйрәтә? -Яңыраҡ ике егет араһында шундай бәхәс ишетергә тура килде. -Береһе, А.Матросов менән М.Ғобайҙуллиндың портретын күреп, был кемдәр тип һораны. -Тыуған иле, халҡы өсөн үҙ кәүҙәләре менән дошман амбразураһын ҡаплаған батырҙарыбыҙ,-тип яуапланы икенсеһе. -Үлгәс батыр бул ни, юҡ ни? Кемгә кәрәк ул? -Һеҙ ризалашаһығыҙмы ошо фекер менән? Мин һеҙгә парлап эшләргә тәҡдим итәм. Берегеҙ-эйе, мин риза тип иҫбатлай, икенсегеҙ-юҡ,риза түгел ти. -Һәм ошо урында мин А.М. дошман дзоты алдында ятҡанда үҙ иле, халҡы, дуҫтары тураһында уйланған урынды уҡып ишеттереүегеҙҙе һорайым. -Ошо әҫәре аша Ә.Б. батырҙарыбыҙҙы онотмаҫҡа, уларҙан үрнәк алып, бөгөнгө көндә илебеҙгә, туған телебеҙгә тоғро булырға өйрәтә. Ниндәй генә ауырлыҡтар тыумаһын – илебеҙҙең батыр улдары һәм ҡыҙҙары булып үҫегеҙ.Бөгөнгө көндә туған телебеҙ -башҡорт телен һаҡлау үҙе ҙур батырлыҡ икәнен һеҙ белдегеҙ инде. Өйгә эш биреү. 5 этап. Рефлексия. Йомғаҡлау. -Уҡыусылар, һеҙ ниндәй гәзит-журналдар алдыраһығыҙ? Өйҙә ижади эш. Уны теләк буйынса башҡараһығыҙ.Әҫәр буйынса кроссворд, мәҡәлә, ребустар төҙөп, бәлки шиғыр яҙыусылар булһабатырҙарыбыҙға арнап шиғыр яҙып “Аманат” журналына ебәреүегеҙҙе һорайым. -Ә хәҙер белемдәрҙе дөйөмләштерәйек. Онлайн тест һорауҙарына яуап бирәйек. -Иптәшегеҙ менән килешһәгеҙ-ҡыҙыл, килешмәйһегеҙ икән - һары карточканы күтәрегеҙ. -Афариндар! Нисек уйлайһығыҙ, ҡуйған маҡсаттарға ирештекме? -Ә һеҙ беләһегеҙме, маҡсатына ирешкән кешеләр бәхетле була тиҙәр. Мин һеҙгә киләсәктә һәр ваҡыт ҡуйған маҡсаттарығыҙға ирешеп, илебеҙҙең ныҡлы терәге булырлыҡ аҡыллы ул һәм ҡыҙҙары булып үҫеүегеҙҙе теләйем! -Дәресебеҙҙең маҡсатына ирештек, үҙебеҙҙе бәхетле итеп тойоп дәресебеҙҙе йомғаҡлайыҡ! Барығыҙға ла рәхмәт! -Һөйләмдәрҙе тыңлап, карточкаларын күтәрә баралар. -Нығыттыҡ -Һөйләргә өйрәндек -Уҡыныҡ -Аңланыҡ -Белдек 1. Әнүәр Бикчәнтәев 2. “Бөркөт һауала үлә” Артюхов менән Матросов Чернушки ауылына бинокль аша ҡарап , картала билдәләр яһайҙар. 4. Гвардеецтар, шыуышып, һаман алға баралар. 5. Саша алға ташланды. Йығылды... 6. Лида, Ерән Митька, Ольга Васильевна 7. Саша дошман дзотының амбразураһына ташланды. 3. 8. Саша өсөн үс алырға кәрәк. НЫҒЫТТЫҠ ӨЙРӘНДЕК УҠЫНЫҠ АҢЛАНЫҠ БЕЛДЕК НЫҒЫТЫРҒА ӨЙРӘНЕРГӘ УҠЫРҒА АҢЛАРҒА БЕЛЕРГӘ